Айыутабан (рус. Боре́ц, Акони́т, лат. Aconítum) — лютиктар ғаиләһенә ингән уҡ япраҡлы, төрлө төҫтәге өйкөм сәскәле күп йыллыҡ үҫемлек; бал ҡорттары уның татын һәм һеркәһен яратып йыя.
Яҡынса 300 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә: имәнлек айыутабаны һәм бүре айыутабаны. Имәнлек айыутабаны ҡоро болонда һәм ташлы далала, бүре айыутабаны урманда, аҡланда, урман буйында, тау болононда үҫә; республиканың бөтә биләмәһендә, йышыраҡ урманлы һәм таулы райондарҙа таралған.
Күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, бейеклеге 80—200 см. Япрағы бармаҡ бүленешле йәки теленмә. Сәскәһе торҡа һымаҡ, һары, шәмәхә төҫөндә, сәскәлеге — тәлгәш, июнь—июлдә сәскә ата. Емеше күп япраҡлы, июль—августа өлгөрә.
Декоратив һәм ағыулы үҫемлек. Составында алкалоидтар бар, медицинала ҡулланыла.
Ырыу үҙенә 250—300 төрҙө берләштерә. Улар Төньяҡ ярымшарҙатаралған. Рәсәй биләмәләрендә 75 төрө билдәле. Шуларҙың бер нисәһе: