dcsimg

Йорт сусҡаһы ( Basquir )

fornecido por wikipedia emerging languages

Йорт сусҡаһы (лат. Sus scrofa domesticus) — 7000 йылдар элек (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса күпкә алдараҡ) йортлаштырылған эре ҡуш тояҡлы ҡабан төрө. Күпселек Көнбайыш, Көнсығыш Азия һәм Океания илдәрендә таралған. Резербек тип аталған ҡырағайланған сусҡалар Төньяҡ Америкала, Австралияла һәм Яңы Зеландияла осрай. Кәүҙәһенең оҙонлоғо 0,9 метрҙан 1,8 метрға тиклем, эре сусҡа 50 кг-нан 150 кг-ға тиклем тарта. Башҡа үҫемлек менән туҡланыусы ҡуш тояҡлы хайуандарҙан айырмалы булараҡ, сусҡа, үҙенең оло быуындағы вәкиле ҡабан кеүек, бөтә нәмәне ашаусы хайуан.

Сусҡаны ит өсөн аҫырайҙар. 2005 йылда сусҡа ите етештереү АҠШ ауыл хужалығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда 97,2 млн тоннаға етте.

Һуңғы ваҡытта сусҡаның минипиги тип аталған декоратив карлик тоҡомон өйҙә аҫырау модаға кереп китте. Францияла трюфель бәшмәген махсус өйрәтелгән сусҡалар эҙләй.

Йортлаштырыу тарихы

Археологик ҡаҙылмалар бынан 13 000—12 700 йылдар элек ҡырағай сусҡаларҙы Яҡын Көнсығыштың Тигр йылғаһы бассейнында йортлаштыра башлағандарын күрһәтә[1]. Хәҙерге ваҡытта Яңы Гвинеялағы[2] кеүек уларҙы башта ярым ҡырағый хәлдә иректә тотҡандар. 11 400 йыл эле йәшәгән тип билдәләнгән ҡалдыҡтар Кипрҙа табылған. Утрауға сусҡалар йорлаштырылғас кеше менән генә күсеп килә алған[3]. Ҡытайҙа сусҡарҙы йорташтырыу 8 000 мең йыл элек башланған[3][4].

Иҫкәрмәләр

  1. Sarah M. Nelson Ancestors for the Pigs. Pigs in prehistory. (1998)
  2. Rosenberg M, Nesbitt R, Redding RW, Peasnall BL (1998). Hallan Cemi, pig husbandry, and post-Pleistocene adaptations along the Taurus-Zagros Arc (Turkey). Paleorient, 24(1):25-41.
  3. (2000) «The origin of the domestic pig: independent domestication and subsequent introgression». Genetics 154 (4): 1785–91. PMID 10747069.
  4. Jean-Denis Vigne, Anne Tresset and Jean-Pierre Digard (July 3, 2012). «History of domestication».
licença
cc-by-sa-3.0
direitos autorais
Wikipedia authors and editors
original
visite a fonte
site do parceiro
wikipedia emerging languages

Йорт сусҡаһы: Brief Summary ( Basquir )