dcsimg

Ҡарасабан ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages
 src=
Melanitta fusca

Ҡарасабан, ҡара өйрәк, торпан(рус. трупан) (лат. Melanitta fusca) —

Ҡылыҡһырлама

Һуна өйрәктәй. Күмәкләшеп йөрөйҙәр. Яҡшы сума. Муйынын, башын йыйыңҡырап йөрөй. Ата ҡоштоң ҡауырһындары ҡара, тик ҡанаттарындағы көҙгөләре генә аҡ. Ҡыҙғылт һары суҡышының төбө ҡалҡып тора. Инә һәм йәш өйрәктәрҙең дөйөм төҫө һорғолт көрән, кәүҙәһенең аҫ яғына ҡарай ағара бара. Башҡа өйрәктәр менән бутарлыҡ түгел.

Тауышы

Тауышы тоноҡ һәм тупаҫ: «ҡррааҡ-ҡррааҡ».

Йәшәү рәүеше

Урмандарҙағы һәм тауҙарҙағы күлдәр¬ҙә йәшәй, һыу үҫемлектәре һәм бөжәктәре менән туҡлана. Күсмә ҡош. Бик һирәк осрай. Беҙҙә яҙлы-көҙлө үтеп барышлай ғына туҡтап китәләр. Башҡортотанда Талҡаҫ күлендә күпләп оялайҙар. Ите өсөн аулайҙар.

Иҫкәрмәләр

  1. Рисунок из книги: Мензбир М. А. Охотничьи и промысловыя птицы Европейской России и Кавказа. 2 тома и атлас. М., типо-литография Т-ва И. Н. Кушнерев и Ко., 1900-1902.
license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors

Ҡарасабан: Brief Summary ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages
 src= Melanitta fusca

Ҡарасабан, ҡара өйрәк, торпан(рус. трупан) (лат. Melanitta fusca) —

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors