dcsimg

Алағанат турғай ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages
 src=
Fringilla coelebs

Алағанат турғай (урыҫ. зяблик)- алаҡас турғайҙар ғаиләһендәге һайраусы ҡош. Австралиянан башҡа бөтә илдәрҙә йәшәй, 12 000 самаһы төргә бүленә торған ваҡ ҡоштар.

Ҡылыҡһырлама

Турғай ҙурлыҡ. Парлашып та, күмәкләп тә йөрөйҙәр. Ата ҡоштоң түбәһе күкһел һоро, маңлайы ҡара, сикәләре, тамағы, ҡойроҡ төбө аҫтан йәшел. Ҡойроғо һәм ҡанаттары ҡара көрән. Ҡанаттарында ике арҡыры оҙонса аҡ тап бар, ҡойроғоноң ике яҡ ситенән аҡ һыҙыҡтар үтә.Инә ҡоштоң дөйөм төҫө көрәнһыу һоро. Ҡанаттары, ҡойроғо ата ҡоштарҙыҡы кеүек. Аҡбауыр турғайҙан һары ҡорһағы һәм йәшел ҡойроҡ төбө менән айырыла.

Тауышы

Тауышы яңғырауыҡлы: «тиңк-тиңк» йәки «рьйү-рьйү-рьйү». Матур итеп һыҙғыра һәм сутылдап һайрай.

Йәшәү рәүеше

Төрлө урмандарҙа йәшәй. Күсмә ҡош. Бик киң таралған. Ағаста оялай. Ҡыҙғылт күк таплы 4-7 бөртөк күкһел йомортҡаһы була.

Туҡланыуы

Бөжәктәр, үлән, ағас орлоҡтары менән туҡлана.

Иҫкәрмәләр

  1. Distribution map compiled from Snow & Perrins Birds of the Western Palearctic, Harrison An Atlas of the Birds of the Western Palaearctic, and Clement et al. Finches & Sparrows.

Һылтанмалар

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors

Алағанат турғай: Brief Summary ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages
 src= Fringilla coelebs

Алағанат турғай (урыҫ. зяблик)- алаҡас турғайҙар ғаиләһендәге һайраусы ҡош. Австралиянан башҡа бөтә илдәрҙә йәшәй, 12 000 самаһы төргә бүленә торған ваҡ ҡоштар.

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors