dcsimg

Акула ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Аку́лалар (лат. Selachii)[1]кимерсәкле балыҡтар (Chondrichthyes), пластина айғолаҡлылар (Elasmobranchii) иҫәбенә инә. Үҙҙәренә башҡа үҙенсәлектәренән: торпедаға оҡшаған оҙонса кәүҙәле, ҡойроҡта ҙур гетероцеркаль йөҙгөс, ғәҙәттә һәр яңағында ла бик күп үткер тештәре була[2].

«Аку́ла» һүҙе боронғо исланд «hákall» һүҙенән барлыҡҡа килгән[3][4]. Иң боронғо төрҙәре 420—450 млн йыл элек йәшәгән[5]

Бөгөнгә 450 төрө билдәле: тәрән һыуҙа йәшәүсе 17 сантиметр ғына оҙонлоҡтағы ваҡтары Etmopterus perryi, иң оҙон балыҡ һаналған кит һымаҡ акула (Rhincodon typus) — оҙонлоғо 20 метрға етә.

Диңгеҙҙәрҙә һәм океандарҙа ныҡ таралған, һыуҙың өҫкө ҡатламында ла, 2000 метр тәрәнлектә лә йәшәй. Башлыса диңгеҙ һыуында көн итһәләр ҙә, сөсө һыуҙа йәшәй торғандары ла бар.

Күпселек акулалар йыртҡыс хайуандар иҫәбенә инә, әммә 3 төрө — кит һымағы, гигант һәм ҙур ауыҙлы акулалар — фильтраторҙар, улар планктон, кальмар һәм ваҡ балыҡтар менән туҡлана.

Иҫкәрмәләр

  1. Нельсон Джозеф С. Рыбы мировой фауны / Пер. 4-го перераб. англ. изд. Богуцкой Н. Г., науч. ред-ры Насека А. М., Герд А. С. — М.: Книжный дом «ЛИБРОКОМ», 2009. — Б. 107. — ISBN 978-5-397-00675-0.
  2. Н. Н. Гуртовой, Б. С. Матвеев, Ф. Я. Дзержинский Часть 1. Низшие хордовые, бесчелюстные, рыбы, земноводные // Практическая зоотомия позвоночных / Под ред. Б. С. Матвеева и Н. Н. Гуртового. — М.: Высшая школа, 1976. — С. 127—163. — 351 с. — 18 000 экз.
  3. Фасмер М. (А-Д) // Этимологический словарь русского языка = Russisches Etymologisches Wörterbuch / под ред. проф. Б. А. Ларина — Второе, стереотипное. — М.: Прогресс, 1986. — Т. 1. — Б. 67. — 576 б. — 50000 экз.
  4. Крылов Г. А. Этимологический словарь русского языка — СПб.: ООО «Полиграфуслуги», 2005. — Б. 15. — 432 б. — 10000 экз.
  5. R. Aidan Martin. Fathoming Geologic Time (инг.). ReefQuest Centre for Shark Research. Тәүге сығанаҡтан архивланған 24 ғинуар 2012. 18 февраля 2011 тикшерелгән.
license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors

Акула: Brief Summary ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Аку́лалар (лат. Selachii) — кимерсәкле балыҡтар (Chondrichthyes), пластина айғолаҡлылар (Elasmobranchii) иҫәбенә инә. Үҙҙәренә башҡа үҙенсәлектәренән: торпедаға оҡшаған оҙонса кәүҙәле, ҡойроҡта ҙур гетероцеркаль йөҙгөс, ғәҙәттә һәр яңағында ла бик күп үткер тештәре була.

«Аку́ла» һүҙе боронғо исланд «hákall» һүҙенән барлыҡҡа килгән. Иң боронғо төрҙәре 420—450 млн йыл элек йәшәгән