dcsimg

Беҙ суҡыш ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Беҙ суҡыш, ала сәпсәү, оҙонаяҡ сәпсәү, кәкресуҡыш. (рус. Шилоклювка, лат. Recurvirostra avosetta) — Ҡара, Азов һәм Каспий диңгеҙҙәрендә, Урта Азия һәм Себер күлдәрендә йәшәй торған, суҡышы оҙон кәкере беҙгә оҡшаған, оҙон аяҡлы эре көйөлдө.

Ҡылыҡһырлама

Ҡарға ҙурлығындағы сәпсәү. Түбәһе, муйынының аҫ яғы, ҡанаттарындағы арҡыры һыҙыҡтар ҡара,- кәүҙәһенең ҡалған өлөшө аҡ. Нәҙек һәм бик оҙон аяҡтары күкһел төҫтә. Нәҙек оҙон суҡышы өҫкә ҡарай кәкре, һыуҙа яҡшы йөҙә. Башҡа сәпсәүҙәр менән бутау мөмкин түгел.

Тауышы

Тауышы яңғырауыҡлы: «кли-и-кли-и» йәки «көйөк-көйөк».

Йәшәү рәүеше

Ялан һәм далаларҙағы ҙур һыу буйҙарында йәшәй. Күсмә ҡош. Бик һирәк осрай. Ояһын ерҙе соҡоп эшләй. Көрән-ҡара таптар менән сыбарланған 4-бөртөк һарғылт һоро йомортҡа һала.

Туҡланыуы

Ваҡ һыу бөжәктәре менән туҡлана.

Һылтанмалар

Әҙәбиәт

  • Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ № 3478 28.693.35 И 90
  • Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т. Г. Баишев, 1952)

{{|de}}

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors

Беҙ суҡыш: Brief Summary ( Bashkir )