dcsimg

Кәрлә турғай ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Кәрлә турғай, һиҙәп турғай[1] (лат. Regulus regulus, лат. Regulus regulus)— турғайҙар отрядындағы бик бәләкәй [2][3]ҡош.

Ҡылыҡһырлама

Турғайҙан байтаҡ бәләкәй. Башҡортостандағы иң бәләкәй ҡош. Парлашып та, күмәкләшеп тә ағас ботаҡтарында йөрөйҙәр. Ботаҡтарҙың осонда ҡанаттарын йыш-йыш ҡағып пырхылдашып алалар. Дөйөм төҫө һорғолт йәшел, кәүҙәһенең аҫ яғы аҡһыл йәшел.[4] Ҡанаттарында арҡыры аҡ.һыҙыҡтар бар. Түбәһе сағыу ҡыҙғылт һары төҫтә, ситтәренән ҡап-ҡара һыҙыҡтар үтә. Башҡа ваҡ ҡоштар менән бутарлыҡ түгел.[5] [6]

Тауышы

Тауышы тоноҡ ҡына: «тси-тси-тси».[7] Һайрауы көсһөҙ: «тси-фли-фин, тси-фли-фин»[2][3].

Йәшәү рәүеше

Аралаш һәм ылыҫлы урмандарҙа йәшәй. Төрлө ваҡ бөжәктәр менән туйына.. Йылы яҡҡа китмәй, бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөй, һирәк осрай.[8] Ағас ботаҡтарында оя ҡора. Ҡыҙғылт көрән һипкелле 8—10 бөртөк аҡһыл ҡыҙыл йомортҡаһы була.[8]

Әҙәбиәт

  • Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
  • Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. - ISBN 5-88666-011-9

Иҫкәрмәләр

  1. Бёме Р. Л., Флинт В. Е. Пятиязычный словарь названий животных. Птицы. Латинский, русский, английский, немецкий, французский. / под общей редакцией акад. В. Е. Соколова — М.: Рус. яз., «РУССО», 1994. — Б. 342. — 2030 экз. — ISBN 5-200-00643-0.
  2. 2,0 2,1 Killian Mullarney, Lars Svensson, Dan Zetterström, Peter J. Grant Птицы Европы = Birds of Europe — United States: Princeton University Press, 2000. — Б. 124. — 400 б. — ISBN 978-0-691-05054-6.
  3. 3,0 3,1 В. К. Рябицев Птицы Урала, Приуралья и Западной Сибири: Справочник-определитель — Екатеринбург: Изд-во Урал. ун-та, 2001. — Б. 465-466. — 608 б. — ISBN 5-7525-0825-8.
  4. Е. А. Коблик Т. 4 // Разнообразие птиц (по материалам экспозиции Зоологического музея МГУ) — М.: Издательство МГУ, 2001.
  5. Tim Skelton Люксембург = Luxembourg — United Kingdom: Bradt Travel Guides, 2008. — Б. 2. — 208 б. — ISBN 1841622575.
  6. Jochen Martens & Martin Päckert. 2006. Family Regulidae (Kinglets & Firecrests). In del Hoyo J., Elliott A., Christie D., eds. Vol. 11. // Путеводитель по птицам мира = Handbook of the birds of the world — Barcelona: Lynx Edicions, 2006. — ISBN 849655306X.
  7. Killian Mullarney, Lars Svensson, Dan Zetterström, Peter J. Grant Птицы Европы = Birds of Europe — United States: Princeton University Press, 2000. — Б. 310. — 400 б. — ISBN 978-0-691-05054-6.
  8. 8,0 8,1 Л. С. Степанян. Конспект орнитологической фауны России и сопредельных территорий — Москва: Академкнига, 2003. — 808 б. — ISBN 5-94628-093-7.

{{|en}} {{|sv}}

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors

Кәрлә турғай: Brief Summary ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Кәрлә турғай, һиҙәп турғай (лат. Regulus regulus, лат. Regulus regulus)— турғайҙар отрядындағы бик бәләкәй ҡош.

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors