Алһыу йөнтәҫ бәшмәк (лат. Lactarius torminosus) — һөтлө бәшмәктәр (лат. Lactarius) һарыҡ бәшмәге ғаиләһенән булған ашарға яраҡлы бәшмәк. (лат. Russulaceae).
Евразияла таралған. Башҡортостан Республикаһында ҡатнаш урмандарҙа июлдән алып сентябргә тиклем үҫә. Аҙыҡ итеп алдан ебетеп йәки бешереп тоҙланған килеш ҡулланыла.
Эшләпәһенең диам. 4—13 см, яҫы, үҙәгендә батынҡы, төрөлгән йөнтәҫ ситле, ҡыҙарып торған урындары булған алһыу‑ҡыҙыл йәки тоноҡ һары төҫтә, сүсле. Пластинкалары йоҡа, һабына ҡушылып үҫкән йәки һалынҡы. Һабының оҙонлоғо 4—9 см, йыуанлығы 1,5—2,5 см, тигеҙ, аҡһыл‑ал төҫтә, эсе ҡыуыш. Итсәһе тоноҡ һары төҫтә, һөт һымаҡ һуты аҡ, әсе. Спора онтағы һарғылт аҡ төҫтә. Төркөмләп осрай, ҡайын менән микоризаға инә.
{{|pt}}
{{|en}}
Алһыу йөнтәҫ бәшмәк (лат. Lactarius torminosus) — һөтлө бәшмәктәр (лат. Lactarius) һарыҡ бәшмәге ғаиләһенән булған ашарға яраҡлы бәшмәк. (лат. Russulaceae).