dcsimg

Фламинго ( Basquir )

fornecido por wikipedia emerging languages

Фламинго (лат. Phoenicopterus) — Азияла һәм Көньяҡ Америкала, шулай уҡ Рәсәйҙә Каспий һәм Арал диңгеҙҙәрендә күпләп йәшәй, һыуҙағы ваҡ хайуандар һәм үҫемлектәр менән туҡлана торған, бик оҙон аяҡлы, оҙон муйынлы, ҡыҙыл йүгергән аҡ төҫлө эре ҡош[1]; Фламинго һымаҡтар отряды (Phoenicopteriformes)Фламинголар ғаиләһендәге (Phoenicopteridae) берҙән-бер ҡоштар ырыуы.

Күренеш

Фламинго оҙон аяҡтар, һығылып муйын, төҫө аҡтан ҡыҙылға үҙгәрелеүе менән айырылып тора. Әһәмиәтле билгеһе — аҫҡа эйелгән ауыр суҡыш.

Йәшәү мөхите

 src=
Фламингодын йәшәү мөхите

Фламинго Африкала, Кавказта, Көньяҡ-Көнсығыш һәм Үҙәк Азияла Көньяҡ һәм Үҙәк Америкала тереклек итә. Һай һыу ятҡылығы ярҙарында ҙур кононияларҙа йәшәйҙәр. Бер кононияла йөҙ меңләр ҡош иҫәпләнә.

Аҙығы

Ҡыҫала, бөжәктәр ҡарышлауыҡтар, селәүсен, моллюсклар һәм ылымыҡлак менән туҡлана.

Фламингонын тәбиғи дошмандары буре, төлкө, сүл бүреһе, ҡайһы саҡта — ыласын һәм бөркөт.

Төрҙәре

  • Анд фламинго (Phoenicopterus andinus)
  • Ҡыҙыл фламинго (Phoenicopterus ruber)
  • Бәләкәй фламинго (Phoeniconaias minor)
  • Ғәҙәти фламинго (Phoenicopterus roseus)
  • Джемс фламинго (Phoenicoparrus jamesi)
  • Чили фламинго (Phoenicopterus chilensis)

Иҫкәрмәләр

  1. Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т. Г. Баишев, 1952)

Һылтанмалар

  • Всё о птицах / Под ред. Шаронова А. — СПб.: ООО «СЗКЭО», 2007. — Б. 166. — 176 б. — ISBN 978-5-9603-0075-9.
licença
cc-by-sa-3.0
direitos autorais
Wikipedia authors and editors
original
visite a fonte
site do parceiro
wikipedia emerging languages

Фламинго: Brief Summary ( Basquir )

fornecido por wikipedia emerging languages

Фламинго (лат. Phoenicopterus) — Азияла һәм Көньяҡ Америкала, шулай уҡ Рәсәйҙә Каспий һәм Арал диңгеҙҙәрендә күпләп йәшәй, һыуҙағы ваҡ хайуандар һәм үҫемлектәр менән туҡлана торған, бик оҙон аяҡлы, оҙон муйынлы, ҡыҙыл йүгергән аҡ төҫлө эре ҡош; Фламинго һымаҡтар отряды (Phoenicopteriformes)Фламинголар ғаиләһендәге (Phoenicopteridae) берҙән-бер ҡоштар ырыуы.

licença
cc-by-sa-3.0
direitos autorais
Wikipedia authors and editors
original
visite a fonte
site do parceiro
wikipedia emerging languages