Килейек (урыҫ. Славка-завирушка)(лат. Sylviidae)(лат. Sylviidae)— турғайҙар отрядындағы ҙур булмаған ҡошсоҡ.
Турғайҙан бәләкәйерәк. Ағас һәм ҡыуаҡ ботаҡтарында һикергеләп йөрөүсе теремек ҡош. Түбәһе һоро, һырты, ҡойроғо көрәнһыу һоро, Ҡанаттарының осонда нәҙек ар-ҡырыл һыҙыҡтар бар. Күҙҙәре аша-киң ҡара һыҙыҡ үтә. Кәүҙәһенең аҫ яғы алһыу аҡ. һоро килейектән ерән ҡауырһындары булмауы менән айырыла.
Тауышы тоноҡ ҡына: «сыҡ-сыҡ».
Сырылдап һайрауына яңғырауыҡлы «киле-киле-киле» тигән өндәр ҡушыла. Төрлө урмандарҙа, ҡыуаҡлыҡтарҙа йәшәй. Бөжәктәр, көҙгөһөн еләк ашай. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ағас ботаҡтарында, ҡы¬уаҡтарҙа оялай. Ҡара-көрән таплы 4—6 бөртөк һорғолт аҡ йомортҡаһы була. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып, файҙа килтерә.
Килейек (урыҫ. Славка-завирушка)(лат. Sylviidae)(лат. Sylviidae)— турғайҙар отрядындағы ҙур булмаған ҡошсоҡ.