Ҡуҡый, ҡуҡыйыҡ, һыу тауығы (рус. Погоныш, лат. Porzana porzana) — сыйырсыҡтан ҙурыраҡ, һирәк оса торған бик һаҡ ҡош.
Күберәк ерҙән йүгереп йөрөй. Осҡанда аяҡтарын йыймай. Ҡойроғо ҡыҫҡа ғына. Һырты ҡара һәм аҡ сыбарлы көрән, ҡорһағы һәм ҡойроҡ аҫты күкһел арҡыры һыҙыҡлы-аҡ. Түше, муйынының ике яғы аҡ төртөклө күкһел һоро. Суҡышының төбө ҡыҙыл, осо һары. Оҙон ғына аяҡтары йәшкелт, һыу тауығынан бәләкәйерәк, суҡышы ҡыҫҡараҡ, түше сыбар булыуы менән айырыла.
Тауышы киҫкен: «ҡуҡ-ҡуҡ».
Яр буйҙарындағы шырлыҡтарҙа йәшәй. Төрлө бөжәктәр, һирәкләп үлән орлоҡтары менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ояһы ерҙә. Көрән таплы һарғылт йәшел йомортҡаларының һаны 25-кә етә. Ите өсөн аулайҙар.
Ҡуҡый, ҡуҡыйыҡ, һыу тауығы (рус. Погоныш, лат. Porzana porzana) — сыйырсыҡтан ҙурыраҡ, һирәк оса торған бик һаҡ ҡош.