dcsimg
Image of Snowdon alplily
Creatures » » Plants » » Dicotyledons » » Lily Family »

Snowdon Alplily

Gagea serotina (L.) Ker Gawl.

Көҙгө ллойдия ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Ллодия — ләлә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.

Таралышы

20 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың арктик һәм уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда көҙгө үҫә. Белорет районында Машаҡ һыртында, Ирәмәл һәм Ямантау тауҙарында үләнле‑мүкле тундрала үҫә.

Ботаник яҙма

Япраҡтары күп һанлы ҡоро еңсәләр м‑н ҡапланған оҙонса‑конус формаһындағы һуғанбашлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы ябай, төҙ, 5—40 см бейеклектә; 2 тар оҙонса ер яны япрағы һабаҡтан оҙонораҡ, 3—5 һабаҡ япрағы ҡыҫҡараҡ һәм киңерәк, сиратлы. Сәскәләре аҡ төҫтә, буранка формаһында, ғәҙәттә яңғыҙар. Тажы ирекле 6 япраҡсанан тора, тышҡы 3‑һөнөң төбөндә һары таптар бар, эскеләре (емеш янында ҡалалар) 3 ҡыҙыл һыҙатлы. Июнь башында сәскә ата. Емеше — өс ҡырлы ҡумта, июлдә өлгөрә.

Ҡулланыу

Декоратив үҫемлек. Реликт, Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Көҙгө ллойдия // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors

Көҙгө ллойдия: Brief Summary ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Ллодия — ләлә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors