dcsimg

Бармаҡтамыр ( Basquir )

fornecido por wikipedia emerging languages

Бармаҡтамыр — әшәлсә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.

Таралышы

Яҡынса 30 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда гибрид бармаҡтамыр, һарғылт аҡ бармаҡтамыр, ит‑ҡыҙыл бармаҡтамыр, Руссов бармаҡтамыры, Фукс бармаҡтамыр үҫә. Фукс бармаҡтамыр һәм гибрид бармаҡтамыр һирәкләп урман ситендә, йылға ярында, һирәкләнгән ҡарағай‑ҡайын урмандарында, һаҙлыҡта, яр буйы ҡырсынташлыҡтарында һ.б. үҫә, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының тау‑урман зонаһында осрай; гибрид бармаҡтамыр — ш. уҡ Башҡортостандың Урал алдында күрән‑гипна һаҙлыҡтарында, ит-ҡыҙыл бармаҡтамыр — респ. бөтә терр‑яһында һаҙлыҡлы болондарҙа, күрәнле һаҙлыҡтарҙа, күл буйҙарында; Руссов бармаҡтамыр һәм реликт һарғылт аҡ бармаҡтамыр — һирәкләп Башҡортостандың Урал алды һәм Башҡортостандың Урал аръяғы күрән‑гипна һаҙлыҡтарында.

Ботаник һүрәтләмә

Бармаҡ һымаҡ бүленгән бүлбетамырлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, бейеклеге 35—80 см тиклем. Япрағы бөтөн, ҡыяҡ йәки ланцет формаһында, ултырма. Сәскәһе һарғылт аҡтан ҡуйы ҡыҙыл төҫкә тиклем, сәскә эргәлегенең тышҡы түңәрәгенең ян япраҡтары бөгөлгән, урталағыһы һәм эстәге 2 япрағы торҡа барлыҡҡа килтерә; ирене өс айырсалы, шпорлы. Сәскәлеге күп сәскәлек, тумалаҡ йәки башаҡ. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — ҡумта, июлдә өлгөрә.

Файҙаланылыуы

Декоратив һәм дарыу үҫемлектәре. Балтик бармаҡтамыр, һарғылт аҡ бармаҡтамыр, Руссов бармаҡтамыр, Фукс бармаҡтамыр Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Иҫкәрмәләр

  1. По данным сайта GRIN (см. раздел Ссылки).
  2. World Checklist of Dactylorhiza. The Board of Trustees of the Royal Botanic Gardens, Kew. (инг.) (Тикшерелгән 8 июль 2009)
  3. Ботаника. Энциклопедия «Все растения мира»: Пер. с англ. = Botanica / ред. Д. Григорьев и др — М.: Könemann, 2006 (русское издание). — Б. 286—287. — 1020 б. — ISBN 3-8331-1621-8.
  4. Dactylorhiza в базе данных Index Nominum Genericorum (ING) (инг.) (Тикшерелгән 6 июль 2009)

Бармаҡтамыр // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.

Әҙәбиәт

  • Гладкова В. Н. Семейство орхидные (Orchidaceae) // Жизнь растений. В 6-ти т. / Гл. ред. А. Л. Тахтаджян — М.: Просвещение, 1981. — Т. 6. Цветковые растения. / Под ред. А. Л. Тахтаджяна. — Б. 248—275. — 543 б. — 300000 экз.

Һылтанмалар

licença
cc-by-sa-3.0
direitos autorais
Wikipedia authors and editors
original
visite a fonte
site do parceiro
wikipedia emerging languages

Бармаҡтамыр: Brief Summary ( Basquir )

fornecido por wikipedia emerging languages

Бармаҡтамыр — әшәлсә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.

licença
cc-by-sa-3.0
direitos autorais
Wikipedia authors and editors
original
visite a fonte
site do parceiro
wikipedia emerging languages