dcsimg

Ағас йырғыстар ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages
 src=
[ Эҫле ағас йырғыс Cossus cossus, күбәләк
 src=
Эҫле ағас йырғыс Cossus cossus, ҡарышлауыҡ

Ағас йырғыстар (Cossidae) — ҡарышлауыҡтары емеш ағастарын йырғыслап бик ныҡ зарар килтерә торған, төнгө эре күбәләктәр ғаиләһе[1].800 ләп төрө билдәле.

Ҡылыҡһырлама

Эҫле ағас йырғыс — ҙур кәүҙәле күбәләк. Ҡанат йәйеме 8 см-ға ҡәҙәр, көрән төҫтә, аҡ һәм ҡара һыҙыҡтары бар. Личинкаларының оҙонлоғо 12 см-ға ҡәҙәр, өҫтө ҡуйы ҡыҙыл, аҫты һары төҫтә, зәһәр еҫле. Ғәҙәттә 3 йыл үҫә, кәүҙәнең аҫҡы өлөшөн киң һәм тирән юлдар яһап кимерәләр. Дала зонаһында ултыртылған ағастарҙа осорайҙар, тал, алмағас һ.б. ағастарға урынлашалар.

Батынҡы ағас күбәләге — уртаса ҙурлыктағы күбәләк (4 см-ға ҡәҙәр). Ҡанаттары аҡ төҫтә, ҡара төркөләре бар, ҡорһағы ҡара төҫтә, буй-буй аҡ һыҙыҡлы. Личинкаһы (ҡорто) аҡ төҫтә, ҡара таптары бар, япраҡлы ағастар үҙағасында үҫә. Ике төр күбәләк тә май айыннан август айына ҡәҙәр оса, емеш ағасларына зыян килтерергә мөмкин.

Иҫкәрмәләр

  1. Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т. Г. Баишев, 1952)

Сығанаҡ

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors

Ағас йырғыстар: Brief Summary ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages
 src= [ Эҫле ағас йырғыс Cossus cossus, күбәләк  src= Эҫле ағас йырғыс Cossus cossus, ҡарышлауыҡ  src= Mormogystia brandstetteri

Ағас йырғыстар (Cossidae) — ҡарышлауыҡтары емеш ағастарын йырғыслап бик ныҡ зарар килтерә торған, төнгө эре күбәләктәр ғаиләһе.800 ләп төрө билдәле.

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors