Айырығойроҡ, йәки асалы ҡойроҡ [1] (лат. Diplura, рус. Двухвостки ) — йәшерен яңаҡ һөйәкле алты аяҡлы бөжәктәр отряды. 976 төрө билдәле, шуларҙың 170-е Төньяҡ Америкала[2] һәм 30 төрө Австралияла тереклек итә[3]. Хәҙерге фаразлау буйынса айарағойроҡтар һуңғы ташкүмер осоронда барлыҡҡа килгән.[4].
Һөт һымаҡ аҡ йәки һарғылт төҫтә, ҡайһы ваҡыт көрән төҫтәге һуңғы ҡорһаҡ сегменттары менән ҡаты хитинлашҡан ваҡ бөжәк. 2-8 мм ҙурлыҡта, ҡанатһыҙ, ҡорт һымаҡ, һығылмалы, ҡорһаҡ осонда оҙон сығынтыһы пары − церков бар. Кимереүсе ауыҙ аппараты булған йомро башлы, бөтә аяҡтары да бер тигеҙ. Еңеләйтелгән, тулы булмаған әүерелеш кисерә. Ҡабығын ювениль йәштә генә түгел, енси етлегү хәлендә лә һала. Ерҙә, урман түшәмәһендә, серегән ағаста, таштар аҫтында йәшәй. Тарҡалған үҫемлек ҡалдыҡлары, бөжәктәр һ.б. тупраҡ хайуандары, бәшмәк киҫәктәре, споралар, һыу үҫемлектәре менән туҡлана; ҡайһы ваҡыт ваҡ тупраҡ буынтыҡ аяҡлыларына һөжүм итә.
Определитель насекомых Европейской части СССР. М.-Л., 1964. Т. 1.
Айырығойроҡ, йәки асалы ҡойроҡ (лат. Diplura, рус. Двухвостки ) — йәшерен яңаҡ һөйәкле алты аяҡлы бөжәктәр отряды. 976 төрө билдәле, шуларҙың 170-е Төньяҡ Америкала һәм 30 төрө Австралияла тереклек итә. Хәҙерге фаразлау буйынса айарағойроҡтар һуңғы ташкүмер осоронда барлыҡҡа килгән..