dcsimg

Быуа ҡусҡары ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Быуа ҡусҡарҙары (лат. Lymnaeidae) — күлдәрҙә йәшәй торған, ҡабырсағы ослайып бормаланған ҡусҡар [1] .

Spitzschlammschnecke (Lymnaea stagnalis) 2011-05-08.jpg

Ҡорһаҡаяҡлы моллюскалар класынае үпкәле ҡусҡарҙар ғаиләһе. Һыү үҫемлектәре үҫкән сөсө һыу ятҡылыҡтарында тереклек итә. Ғәҙәти төрҙәре: ябай быуа ҡусҡары (Lymnaea stagnalis) (ҡабырсығының оҙонлоғо 60 мм -ға етә); һаҙ-быуа ҡусҡары (L. palustris) (һуҙынҡы конус һымаҡ ҡабырсыклы); оҙонса түңәрәк быуа ҡусҡары (L. ovata) (киң ауыҙлы); ҡолаҡ һымаҡ ҡусҡар (L. auricularia). Быуа ҡусҡарҙары шыуышу өсөн яйлашҡан яҫы табанлы киң аяҡтары ярҙамендә хәрәкәтләнә. Атмосфера һауаһын һулый, уның өсөн уларға һыуу өҫтөнә күтәрелергә һәм һулыш тишеме аша һауа алырга тура килә. Гермафродиттар. Күкәйҙәрен һыу үҫемлектәренә − үтә күренмәле дерелдәүек һымаҡ каҙылыҡты хәтерләтеүсе ояларга һала. Была ҡусҡарҙар һыулыҡтарҙың ваҡытлыса кибеүен һәм туңыуын кисерергә һәләтле. Һыу үҫемлекләре менән туҡлана, уларҙың туҡымаларын махсус органдары − «ҡырғыслары» ярҙамында ҡырып ала, шулай уҡ үле һыу организмдары, ваҡ умыртҡаһыҙҙар менән туйына. Үҙҙәре, айырыуса ваҡ төрҙәре, балыҡтар өсөн аҙыҡ ролен үтәй.

Сығанаҡ

Иҫкәрмәләр

  1. Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т.Г.Баишев, 1952)
license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors

Быуа ҡусҡары: Brief Summary ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Быуа ҡусҡарҙары (лат. Lymnaeidae) — күлдәрҙә йәшәй торған, ҡабырсағы ослайып бормаланған ҡусҡар .