dcsimg

Балабан ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages
 src=
Falco cherrug

Балабан (рус. Балобан, лат. Falco cherrug) — ыласындар ғаиләһенән булған йыртҡыс ҡош.

Ҡылыҡһырлама

Ҡарға ҙурлығында. Осҡанда тар оҙон ҡанаттары, ҡыҫҡа ҡойроғо күҙгә ташлана. Һырты һорғолт көрән, һәр ҡауырһынының сите һары. Ҡойроғонда һары төҫтәге арҡыры һыҙыҡтар бар. Сапсандан тоноғораҡ төҫө менән айырыла.

Тауышы

Тауышы яңғырауыҡлы: «ҡыйыҡ-ҡйыйҡ-ҡйыйҡ»

Йәшәү рәүеше

Ҡая ташлы урмандарҙа йәшәй. Асыҡ урында һунар итә. Һирәк осрай. Күсмә ҡош. Ояһы ағас баштарында, ҡая таш йәки упҡын һикәлтәләрендә була. Ҡара таплы 3-5 бөртөк һарғылт көрән йомортҡа һала. Элек башҡорт халҡы уны ҡулға эйәләштереп, ауға йөрөткән.

Туҡланыуы

Ҡош-ҡорт аулай

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors

Балабан: Brief Summary ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages
 src= Falco cherrug

Балабан (рус. Балобан, лат. Falco cherrug) — ыласындар ғаиләһенән булған йыртҡыс ҡош.

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors