dcsimg

Ваҡ сысҡандар ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Ваҡ сысҡандар (лат. Sicista) — кимереүселәр отрядының ялман сысҡан һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған заты.

Ҡылыҡһырлама

Кәүҙә оҙонлоғо 5—7,7 см, ауырлығы 25 г тиклем. Йөнө ҡыҫҡа, төҫө ерәнһыу-көрәндән алып ҡуңырһыу-һороға тиклем, арҡаһы буйлап буй ҡара һыҙат үтә. Башы осло моронло, күҙе бәләкәй, ҡолағы овал, ҡара‑көрән йәки ҡара‑ҡуңыр, ситтәренән һарғылт ҡаймалы. Артҡы аяғы алғыһынан 2 тапҡырға тиерлек оҙонораҡ. Ҡойроғо 8,5—10 см, эләктереүсән, ҡыҫҡа ҡаты төк м-н ҡапланған.

Үрсеүе

Енси яҡтан 1 йылда өлгөрә. Ғәҙәттә, йылына 1 тапҡыр 4—6 бала тыуҙыра. 2—3 йыл йәшәй. Эңерҙә, төндә, көҙ аҙағында шулай уҡ көндөҙ ҙә әүҙем. Ҡышын йоҡоға тала.

Туҡланыуы

Бөжәк һәм уның балағорттары, үрмәксе һымаҡтар һ.б. ваҡ умыртҡаһыҙҙар, үҫемлектең сәскәһе, емеше һәм орлоғо м-н туҡлана.

Таралыуы

Урман ваҡ сысҡаны ағас тамыры араһындағы бушлыҡта, ағас ҡыуышында, серегән ағас төбөндә йәшәй, ҡайһы берҙә тупраҡта ҡыҫҡа өңдәр ҡаҙый; дала зонаһынан башҡа республиканың бөтә биләмәһендә һыубаҫар әрәмәлегендә, урман һыҙатында осрай; дала ваҡ сысҡаны — ваҡ кимереүселәрҙең ташландыҡ өңдәрендә, Башҡортостандың Урал аръяғы далаларында һәм болондарында тереклек итә. 14 төрө билдәле. Башҡортостанда урман ваҡ сысҡан һәм дала ваҡ сысҡаны тереклек итә.

Кеше өсөн зарары

Ваҡ сысҡан инфекцион ауырыуҙарҙы (талпан энцефалиты, туляремия һ. б.) таратыусы.

Һылтанмалар

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors

Ваҡ сысҡандар: Brief Summary ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Ваҡ сысҡандар (лат. Sicista) — кимереүселәр отрядының ялман сысҡан һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған заты.

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors