dcsimg

Баҡса айыу баланы ( bachkir )

fourni par wikipedia emerging languages

Айыу баланы (рус. жимолость, лат. Lonícera) — тура баҫып, үрмәләп йә ергә йәйелеп үҫә торған ҡыуаҡтарҙан; айыу баланы ғаиләһенең типлы ырыуынан. Латинса атамаһы немец математигы, физигы һәм ботанигы Адам Лоницер (1528—1586) исеменән алынған, ә башта уны Карл Линней каприфоль тип атарға йыйынған булған (Caprifolium, сөнки Европала тап бына ошо төр -айыу баланы каприфоль үҫтерелә торған булған[3].

Үҫкән урындары

 src=
Баҡса айыу баланы еләге

Төньяҡ ярымшарҙа һәр ерҙә тиерлек осрай. 190 төрө билдәле, күберәк Гималайҙа һәм Шәрҡи Азияла үҫә. Рәсәйҙә ҡырағай 14 төрө бар.

Ботаник үҙенсәлектәре

Сәскәләре эре генә, аҡ, алһыу, һарғылт йә зәңгәрһыу. Япраҡ төптәрендә йә суҡтарҙың осонда икешәр булып урынлаша.

Емештәре лә парлы, ҡайһы саҡ ҡушар булып үҫә.

Ашарға яраҡлы төрө

Ҡырағай төрө республикабыҙҙа ла үҫә, ул ҡыҙыл еләкле һәм ағыулы. Айыу баланының ашарға яраҡлы төрҙәре лә күп, хәҙер уны беҙҙә баҡсаларҙа үҫтерә башланылар. Оҙонса еләктәренә, әйтерһең, көртмәле менән мышар тәме ҡушылған, тиресәһе лә көртмәле төҫөндә. Ҡыуаҡтан ғына алып ҡапҡанда әллә ни тәмле лә түгел кеүек, әсерәк. Әммә шәкәр йәки бал менән – хәтәр шәп! Етмәһә, ул июнь башында уҡ, башҡа еләктәрҙән алда, бешеп тә етә. Ҡайнатма ла, компот та әҙерләргә була унан, ә ойотҡан-ҡатыҡ, кефир менән шунда уҡ ҡына бына тигән файҙалы, тәмле ризыҡты табынға ҡуйып була.

Төрҙәре

Ырыуҙа 200 төр бар[4] Ҡайһы бер төрҙәре:

Ҡайһы бер сорттары

Аш-һыуҙа ҡулланылышы

Ойотҡан-ҡатыҡ менән баллы эсемлек

2 кешелек: 2 балғалаҡ бал йәки 4 балғалаҡ шәкәр 100 г айыу баланы 2 стакан ҡатыҡ ( ойотҡан) йә кефир

Еләктәрҙе иҙеп ҡатыҡҡа ҡушабыҙ, бал йә шәкәр өҫтәйбеҙ ҙә ныҡ итеп болғатабыҙ.

Иҫкәрмәләр

  1. 1,0 1,1 1,2 По данным сайта GRIN (см. карточку растения).
  2. 2,0 2,1 Entry for Lonicera L. (инг.). NCU-3e. Names in current use for extant plant genera. Electronic version 1.0 (Sept 24, 1997). Тәүге сығанаҡтан архивланған 3 июнь 2012. 29 ноябрь 2010 тикшерелгән.
  3. Айыу баланы (Lonicera). Айыу баланы ғаиләһенән (рус.). Энциклопедия декоративных садовых растений. Тәүге сығанаҡтан архивланған 19 февраль 2012. 12 февраль 2010 тикшерелгән.
  4. По данным книги «Флора СССР» (см. раздел Литература).
  5. В базе GRIN ранг данного вида понижен до подвида Lonicera caerulea var. edulis Turcz. ex Herder
  6. Жимолость на сайте ГНУ НИИ садоводства Сибири имени М.А. Лисавенко
  7. Савинкова Н. В., Гагаркин А. В. Жимолость на Бакчарском опорном пункте северного садоводства, этапы работы и некоторые итоги. // Материалы конференции "Состояние и перспективы развития культуры жимолости в современных условиях".

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

licence
cc-by-sa-3.0
droit d’auteur
Wikipedia authors and editors

Баҡса айыу баланы: Brief Summary ( bachkir )

fourni par wikipedia emerging languages

Айыу баланы (рус. жимолость, лат. Lonícera) — тура баҫып, үрмәләп йә ергә йәйелеп үҫә торған ҡыуаҡтарҙан; айыу баланы ғаиләһенең типлы ырыуынан. Латинса атамаһы немец математигы, физигы һәм ботанигы Адам Лоницер (1528—1586) исеменән алынған, ә башта уны Карл Линней каприфоль тип атарға йыйынған булған (Caprifolium, сөнки Европала тап бына ошо төр -айыу баланы каприфоль үҫтерелә торған булған.

licence
cc-by-sa-3.0
droit d’auteur
Wikipedia authors and editors