dcsimg

Амбар иген көйәһе ( Basquir )

fornecido por wikipedia emerging languages

Амбар иген көйәһе [1] − ҡоротҡос күбәләк. Аҙыҡ-түлек келәттәре, ашлыҡ амбарҙары, элеваторҙар, тирмәндәрҙә тереклек итә.

Ҡанат йәйеме 20-25 мм, алғы ҡанаттары - һоро төҫтә, китекле ике аҡ һыҙығы һәм ҡара төҫтәге буй-буй арҡыры һыҙыҡтары һәм нөктәләре бар. Ҡортоноң оҙонлоғо 20 мм-ға етә, асыҡ-һары, алһыу, ҡайһы ваҡыт йәшкелт төҫтә була. Башлыса он, ярма, сохари һ.б. ашамлыҡтарҙы зарарлай. Он көйәһе (Pуralis farinalis) бөтә ерҙә таралған, ҡанат йәйеме 30 мм-ға етә, алғы ҡанаттары - ҡанат төбендә һәм осонда шәмәхә-көрән, уртада көлһыу-һоро һыҙыҡ үтә, артҡы ҡанаттары ҡараңғы һоро төҫтә, борылма һыҙыҡлы. Йыл быйына көйәләрҙең 5 быуыны үҫеп өлгерә. Ҡортоноң оҙонлоғо 20 мм-ға етә, һарғылт-аҡ төҫтә, һирәк кенә ҡыҫҡа һыҙыҡтар менән ҡапланған; ашлык, он, ярма, бесән, көрпә һәм кондитер аҙыҡтарын зарарлай.

Иҫкәрмәләр

  1. Русско-башкирский словарь сельскохозяйственных терминов (Ф.С.Мурзакаев, 2001)

Сығанаҡ

Әҙәбиәт

licença
cc-by-sa-3.0
direitos autorais
Wikipedia authors and editors
original
visite a fonte
site do parceiro
wikipedia emerging languages

Амбар иген көйәһе: Brief Summary ( Basquir )

fornecido por wikipedia emerging languages

Амбар иген көйәһе − ҡоротҡос күбәләк. Аҙыҡ-түлек келәттәре, ашлыҡ амбарҙары, элеваторҙар, тирмәндәрҙә тереклек итә.