Ябай үрмәксе ауы талпаны[3] (лат. Tetranychus urticae) үрмәксе ауы талпаны (Tetranychidae) ғаиләһендәге талпан төрө
Талпандың ҙурлығы һимеҙлегенең дәрәжәһенә бәйле. Инә заттың яҡынса оҙонлоғо 0,4 алып[4] 0,6 мм-ғаса, ата заттары 0,3-тән алып 0,45-кәсә. Йомшаҡ тәнлеләр. Эллипсоид формаһында, өҫкө өлөшө ҡабарып тора, аҫҡы өлөшө тигеҙ. Ҡарышлауыҡтарҙың үҫеше ваҡытында улар үтә күренмәле, төҫтәре асыҡ йәшелдән алып йәшкелт көрәнгә тиклем, ян яҡтарында беленеп торған ҙур ғына тимгеле була. Был тимгелдәр урта эсәктәрендә һуҡыр үтә күренмәле ҡапсыҡтар булараҡ барлыҡҡа килә. Көҙ аҙаҡтарынан алып яҙға тиклем ҡышлаусы инә заттар ҡыҙғылт һары — ҡыҙыл, асыҡ ҡыҙылғаса төҫтә булалар. Ҡарышлауыҡ фазаһында улар алты аяҡлы булалар, ә өлгөргән бөжәктәр барыһы ла һигеҙ аяҡлы.
Антарктиканан башҡа һәр ерҙә лә тереклек итә.
Полифагтар. Донъяла 200-ҙән артыҡ үҫемлек-хужа иҫәпләнә. Шулар араһында бик мөһим ауыл хужалығы үҫемлектәренән виноград, мамыҡ, маниок һәм соя бар[4]. Үрмәксе ауы талпандары үҫемлектәрҙең япраҡтарынан уларҙың һуттарын һура, был үҫемлектәрҙең япраҡтарын һарғайта, улар һулый, аҙаҡтан ҡойола.[5].
Тәбиғи дошмандары булып йыртҡыс талпан Phytoseiulus persimilis иҫәпләнә. Улар башлыса үрмәксе ауы талпандарын аулай.[4], Һәм шулай уҡ йыртҡыс талпан Neoseiulus californicus уның хас дошманы.
Ябай үрмәксе ауы талпаны (лат. Tetranychus urticae) үрмәксе ауы талпаны (Tetranychidae) ғаиләһендәге талпан төрө