dcsimg

Лаурер тукнерарияһы ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Лаурер тукнерарияһы (Tuckneraria laureri) — пармелия һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған лишайниктар төрө.

Ботаник яҙма

Талломы япраҡ рәүешле, аныҡ булмаған формала, үҙәгендә яҡшы беркетелгән, ситтәре ирекле. Айырсаларының оҙонлоғо 1,5—5 см, киңлеге 5—10 мм, тәрән бүлкәтле. Талломының өҫкө йөҙө асыҡ һары йәки йәшкелт‑һары төҫтә, айырса ситтәре буйлап үҫешкән һарғылт‑аҡһыл төҫтәге соредиялар м‑н. Аҫҡы йөҙө асыҡ төҫтә, йыуан гиф ептәре (ризиндар) һәм псевдоцифеллалары (аҡһыл таптар, йәғни газ әйләнеше өсөн хеҙмәт иткән ҡабыҡ өҙөктәре) бар. Ҡыҙғылт‑көрән төҫтәге дискы булған, диаметры 6—7 мм еткән апотециялары һирәк барлыҡҡа килә.

Таралышы

Белорет районының («Көньяҡ Урал» ҡурсаулығы) таулы киң япраҡлы урмандарында ағас олондарында үҫә. Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Һылтанмалар

Лаурер тукнерарияһы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors

Лаурер тукнерарияһы: Brief Summary ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Лаурер тукнерарияһы (Tuckneraria laureri) — пармелия һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған лишайниктар төрө.

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors