Һаҙ килейеге, сырылдаҡ килейек, сырлауыҡ (лат. Садовая славка, лат. Sylviidae)— турғай һымаҡтар отрядендәге ҡошсоҡ.
Турғай ҙурлыҡ. Ботаҡтар араһында һикергеләп йөрөүсе теремек ҡош. һырты һорғолт көрән, ҡанаттары ҡара-көрән. Кәүҙәһенең аҫ яғы һарғылт һоро, ҡорһағы һорғолт аҡ. һоро килейектән алһыу төҫө булмауы менән айырыла.
Тауышы киҫкен генә: «тек-тек». һайрауы яңғырауыҡлы,
сылтырап аҡҡан йылға тауышын хәтерләтә, һыу буйындағы һирәк ағастарҙа, ҡыуаҡлыҡтарҙа йәшәй. Төрлө бөжәктәр, еләктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ҡыуаҡта йәки ағас ботаҡтарында оялай. Ҡыҙғылт көрән таплы 5—6 бөртөк һорғолт аҡ йомортҡаһы була. Зарарлы бөжәктәрҙе, ҡырып, файҙа килтерә.
Һаҙ килейеге, сырылдаҡ килейек, сырлауыҡ (лат. Садовая славка, лат. Sylviidae)— турғай һымаҡтар отрядендәге ҡошсоҡ.