Һабан турғайы (рус. Полевой жаворонок,лат. Alauda arvensis) — турғайҙар төрөнә ҡараған ҡош. Түше ваҡ буй аҡ һыҙыҡтар менән сыбарланған, ҡойроғоноң ике яҡ ситендә аҡ һыҙыҡҡтар үтә. Бүрекле һабан турғайының бүрке бик бәләкәй була.
Яландарҙа, баҫыуҙарҙа йәшәй, тауышы бик тоноҡ була. Яҙғыһын һәм йәйгеһен бөжәктәр, көҙгә табан иген орлоҡтары һәм иген бөртөктәре менән туҡлана. Киң таралған күсмә ҡош. Ояны ғәҙәттә ерҙә соҡор урындарҙа яһай (7-8 см).
Ҡара таптар менән сыбарланған 4-5 һорғолт йәки ҡаҙыл-аҡ төҫтә йомортҡа һала.
Ҡайһы бер һөйләштәрҙә башҡорттар буҙ турғайы, ялпылдаҡ, сырлауыҡ, ашлыҡ турғайы, баҫыу турғайы, иген турғайы тип йөрөтәләр.