dcsimg

Төйөт ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Төйөт (урыҫ.Пеночка-весничка) (лат. Phylloscopus trochilus) — һылыуҡастар ғаиләһенән булған бәләкәй генә һайраусы ҡош.

Ҡылыҡһырлама

Турғайҙан бәләкәйерәк. батаҡтан ботаҡҡа һикергеләп йөрөүсе етеҙ генә теремек ҡош. Һырт яғы йәшел, өҫ яҡтан ҡойроҡ төбө сағыу йәшел. Кәүҙәһенең аҫ яғы һарғыл аҡ һәм түше һап- һары. Ҡанаттарының осо ҡара, ҡалған ҡауырһындары йәшкелт һәм аҡ ситле һорғолт көрән. Төйөттәр башлыса үҙ — ара тауыштары менән генә айырылалар.

Тауышы

Ҡыҫҡа ғына итеп һыҙғыра: «төйөт». Һайрауы ла шул ҡысҡырыуҙы ҡабатлап тора: «төйөт-төйөт-төйөт- төйөт»

Һайрауы
Һыҙғырыуы «фюить»

Йәшәгән урыны

Урмандарҙа, ҡыуаҡлыҡтарҙа йәшәй. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ерҙә, ҡайһы ваҡыт ботаҡта йәки ҡыуаҡтарҙа оялай.

Үрсеүе

Ерән йәки күкһел ерән бөрсөклө 5-7 бөртөк йомортҡа һала.

Туҡланыуы

Ваҡ бөжәктәр менән туҡлана.

Диалекттарҙа

Әҙәбиәт

Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары. — Өфө, 1986/ — 91-се бит.



license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors

Төйөт: Brief Summary ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Төйөт (урыҫ.Пеночка-весничка) (лат. Phylloscopus trochilus) — һылыуҡастар ғаиләһенән булған бәләкәй генә һайраусы ҡош.

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors