dcsimg

Саҡсауыл ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Саҡсауыл (лат. Halóxylon) (ҡаҙ. Сексеуіл) — Марь (Chenopodioideae) төрөнә ҡараған, сүллектәрҙә урман булып үҫә торған ҡаты, әммә һыныусан ағас (саҡсауыллыҡтар). Үҙәк Азия һәм ғәрәп илдәрендә унға яҡын төрө бар. Уларҙың өс төрө : аҡ саҡсауыл, Зайсан саҡсауылы һәм ҡара саҡсауыл Ҡаҙағстанда үҫә. Дөйөм алғанда, улар был республикала 48% урман фондын биләй (15 млн гектар). Төркмәнстанда — 6 миллион гектар, Үзбәкстанда-0,6 млн гектар майҙанда үҫә [2].

Этимологияһы

Ушаков Дмитрий Николаевич фекеренсә, атама ҡаҙаҡса «сексеүил» тигән һүҙҙән килеп сыҡҡан[3]. Мәктәп этимологик һүҙлегендә атама XIX тыуатта төрки телдәрҙән алынған тип яҙылған[4].

Биологик тасуирламаһы

Ҡыуаҡ йәки ҙур булмаған, йәш ботаҡтары һыныусан, тарбаҡлы ағас (бейеклеге 1,5—12 м). Япраҡтары ваҡ,төҫһөҙ тәңкә кеүек, бер-береһенә ҡапма-ҡаршы урынлашҡан.Фотосинтезды йәшел ботаҡ ғәмәлгә ашыра. Ике енесле сәскә, бөрөһөндә 4-әрләп ултыра. Сәскә төбөндә 5 яры кеүек япраҡ, улар орлоҡҡа ҡанат кеүек беркетелгән була. Тамыр системаһы ҡеүәтле, 10-11 м тәрәнлеккә китә. Олоно тигеҙһеҙ, ныҡ, әммә ҡайһы берҙә мурт булып китә. Ҡайырыһы аҡ, ҡара йәки көрән.

Төрҙәре

The Plant List мәғлүмәт базаһында күренеүенсә (2013) , 9 төрө бар [5]

Бөтә төрҙәре лә Азия сүллектәрендә йәки ярымсүллектәрендә үҫә[6].

Иҫкәрмәләр

  1. Таксономия растений GRIN
  2. Саксауловые леса
  3. саксаул // Lua хатаһы: expandTemplate: template "бсокр" does not exist.. — Изд. 2-е, стер. — М. : Прогресс, 1986—1987.
  4. Школьный этимологический словарь русского языка. Происхождение слов / Н. М. Шанский, Т. А. Боброва. — М.: Дрофа, 2004
  5. [1]
  6. Ареал саксаула зайсанского (Haloxylon ammodendron (C.A.Mey) Bunge). Проект «Агроэкологический атлас России и сопредельных стран: экономически значимые растения, их болезни, вредители и сорные растения» (17 сентября 2007)
license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors

Саҡсауыл: Brief Summary ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Саҡсауыл (лат. Halóxylon) (ҡаҙ. Сексеуіл) — Марь (Chenopodioideae) төрөнә ҡараған, сүллектәрҙә урман булып үҫә торған ҡаты, әммә һыныусан ағас (саҡсауыллыҡтар). Үҙәк Азия һәм ғәрәп илдәрендә унға яҡын төрө бар. Уларҙың өс төрө : аҡ саҡсауыл, Зайсан саҡсауылы һәм ҡара саҡсауыл Ҡаҙағстанда үҫә. Дөйөм алғанда, улар был республикала 48% урман фондын биләй (15 млн гектар). Төркмәнстанда — 6 миллион гектар, Үзбәкстанда-0,6 млн гектар майҙанда үҫә .

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors